Ландыш НАСЫРОВА

ҠОШТАР БУЛҺАМ, ӘГӘР...

 

Эх, мин үҙем ҡоштар булһам

Урар инем Ҡырым яғынан,

Ҡанаттарым булһа осор инем

Осор инем әллә ҡайҙарға!

 

Булһам әгәр мин ҡошсоҡ,

Елпеп аҡ ҡанаттарҙы

Осор инем мин күккә,

Күҙ етмәҫ бейеклеккә.

 

Киңлектә талпынып,

Тиҙ-тиҙ ҡанат кағып,

Осор инем юғары,

Әгәр булһа ҡанатым.

 

Осор инем Айға! Йондоҙҙарға!

Зәңгәр күкте иңләр инем,

Бейек-бейек тауҙарҙы,

Һуҙылып киткән киң ҡырҙарҙы.

 

Гөлгә сумған болондарҙы.

Шаулап торған урмандарҙы,

Бөҙрә таллы һыу буйҙарын,

Гиҙер инем бейек иреклекте.

 

Ҡанаттарым булһа әгәр,

Ҡоштар булып осор инем,

Ҡайтыр инем һағынып,

Ғәзиз тыуған яҡтарға.

 

Ҡанаттарым йәйеп,

Бар донъяны ҡосор инем,

Тик...Был зәңгәр күктәр

Ҡалыр минең бары хыялда.

 

ҠАТЫН-ҠЫҘ УЛ...

 

Ҡатын-ҡыҙ ул-иң изге зат!

Был донъяның фәрештәһе,

Тормоштоң усағы,

Һүнмәҫлек ялҡыны.

Ҡатын-ҡыҙ ул-иң гүзәл зат!

Күҙҙәре- күл, сәстәре-төн,

Керпектәре-ярымай,

Ҡыйғас ҡашы-ҡош ҡанаты,

Йөҙө алһыу-алмалай!

Ҡатын-ҡыҙ- нәфис зат!

Йыһанда ул бер-тиңһеҙ!

Ул ҡояш та, ул сәскә лә,

Бөтә ерҙең биҙәге.

Ҡатын-ҡыҙ ул-наҙлы зат!

Ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй.

Изгелеге үлсәү тапҡыһыҙ.

Ул, әлбиттә, йәшәү сығанағы,

Тормош йәме-ҡатын-ҡыҙ!

Ҡатын-ҡыҙ ул- сибәр зат!

Күҙ алмаҫлыҡ,һуш китерлек-

Матур ҙа ул,

Нескә күңелле, ысын саф һөйөүле

Сихри ҙә ул,

Нурлы ҡояш төҫлө йылы,

Ләззәт бит ул,

Ерҙә булған бөтөн йәмдең үҙәге.

Ҡатын-ҡыҙ ул- серле зат!

Ҡайсағында -тыныс күл,

Ҡайсағында ел-дауыл,

Ҡайсаҡ -ялҡын, ҡайсаҡ-һалҡын

Аңлауы уны ауыр...

Ҡатын-ҡыҙ ул -сихри зат!

Кайсағында -йомшаҡ ул,

Ҡайсағында-уҫал ул,

Ҡайсаҡ-хисле, ҡайсаҡ моңһоу,

Саф шишмәләй күңеле.

Ҡатын-ҡыҙ ул - аҫыл зат!

Һәр саҡ балҡып ерҙә йәшәй,

Аҡ бәхеткә төрөп донъяларҙы,

Нуҙар сәсеп алға атлай.

Ҡатын-ҡыҙ ул-илаһи зат!

Камил уның бар яғы.

Сабырлығы менән тулы

Ҙур сере ул- донъяның.

Ҡатын-ҡыҙ ул-алиһә зат!

Килә серен сисәһе,

Кешелеккә йән өрөүсе,

Ул тормоштоң шишмәһе.

Ҡатын-ҡыҙ ул-көслө зат!

Ихтыяр көсө ныҡлы

Ҡатын-ҡыҙ үҙәгендә,

Шуға һынмай һәм бөгөлмәй

Яҙмышы елдәрендә.

Көслө булһа ла нескә ул,

Ҡатын-ҡыҙҙың барһы ла.

Ямғыр булып бәхет яуһын

Ҡатын-ҡыҙҙар хаҡына!

ӘНИЕМ

Шундый кадерле син, әнием,

Шундый акыллы син бигрәкләр

Бәхетле булсын балам, дип,

Тырыштың син бөтен көчеңә.

Тормышыма терәк булдың,

Начар сүзләрдән сакладың,

Авыр чакта син минем

Башларымнан сыйпадың.

Әни канатлары – ышык,

Курчалый ул тормыш җиленнән.

Жылы сүзе белән жылыта

Күңелемнең сүрән көннәрен.

Якты йөзе белән яктырта

Язмышымның моңсу даласын.

Назлы күзе белән назлый

Күзләремнең дымлы камышын.

Мин кайтканда сөенеп, көтеп тора

Сагындым шул, кызым!-дип әйтә.

Дөньядагы иң кадерле сүздер

Минем йөрәк бары ишеткән.

 

ЯРА

 

Йөрәкләрдә яра төзәләме?

Төзәлә ул,  кала жөйләре.

Ул күренмәсә дә  кешеләргә,

Кала мәңгелеккә эзләре.

 

Йөрәкләре яралылар күпме?

Әйтеп булмый читтән карауга.

Яралылар бары үзе генә

Тозын сибеп тора ярага.

 

Яра төзәлсә дә, барыбер әрни,

Сыкрый, булмый үзгәртеп.

Була бары йөрәгеңне тотып,

Дару белән генә төзәтеп.

 

Басып тора бары бер уч дару

Яралы йөрәкнең сызлавын.

Кай  вакытта ул да файда бирми,

Ничек түзеп лә мин яшәрмен!