Сәриә ВАХИТОВА

ТУҒАНЛЫҠТЫ ҺАҠЛАП ЙӘШӘЙЕКСЕ
 

Бер нигеҙҙә тыуып үҫкәнбеҙ беҙ.
Емеше беҙ бер үк ағастың.
Терәк булып үҫтек бер-беребеҙгә
Аяҙ күгендә бала саҡтың.

Ҡушымта:
Бер туғанбыҙ, бер әсәнән тыуған,
Тамырҙарҙа аға бер үк ҡан.
Арта бары йәндә йәшәү көсө
Беҙ бергә, берҙәм булғанлыҡтан.

Берҙәмлектән айырмаһын яҙмыш:
Туған туғанына һыйына.
Туғанлыҡты һаҡлап йәшәйексе,
Терәк булып ғүмер юлында.

Яҡын итеп, бер-беребеҙҙе аңлап,
Хөрмәт итеп туған туғанын.
Ҡайғы-шатлыктарҙы уртаҡлашып
Үтәйексе ғүмер юлдарын.

 

ҺИН ЫШАНМА

Аҙымдарым осҡан коштай -
Барам һиңә.
Бәхетемдең асҡыстарын
Табам һиндә.
Аҙашмабыҙ, булған саҡта
Ҡулдар ҡулда,
Киртәләрҙе еңербеҙ беҙ
Барыр юлда.

Ҡушымта:
Әгәр һиңә, "кит", тиһәм дә,
Һин ышанма.
Тел әйтһә лә, йөрәк әйтмәҫ,
Һөйөү барҙа.
Йөрәгемдә һиңә булған
Һөйөү ята.
Һиңә булған саф хистәрем
Сәскә ата.

Ышыҡлайһың дауылдарҙан -
Һин бит терәк.
Ғүмер буйы "йәнем", тиеп,
Тибер йөрәк.
Йөрәгебеҙ тибештәре
Гел бер булһын,
Минең һүнмәҫ ҡояшым һин
Һәм тормошом.

Ҡояш нуры кеүек ҡайнар
Һөйөү нуры,
Тибрәттеләр ошо нурҙар
Күңел ҡылын.
Күҙҙәремдә мөхәббәттән
Гел нур ғына.
Йөрәгемдән, күңелемдән
Йыр урғыла.


АҒИҘЕЛКӘЙ


Күпме айҙар, йылдар үтһә лә,
Һис онотмай башҡорт балаһы:
Ағиҙелкәй беҙҙең күңелдәрҙә,
Беҙҙең йырҙа мәңге ҡалаһы.

Ҡушымта:
Ағизелкәй аға тын ғына,
Йырсы ҡоштар талдарға ҡуна.
Бала саҡтың яҡты нуры булып,
Күңелдәргә ҡыуаныс тула.

Тәбиғәттең нурлы мөғжизәһе,
Ғорурлығы башҡорт иленең,
Ҡалһын ине сафлыҡ-аҡлыҡтары -
Даны булып тыуған еремдең.

Аҡҡан һыуҙай ғүмер тиз уҙа,
Яңы быуын килер был ярға.
Матурлығын данлап тыуған яҡтың,
Ҡушылырҙар моңло был йырға.

Гөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВА

          

ТУҒАНДАРЫМ

Ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыр,

Туғандарым-тормош йәмдәре.

Туғанлыҡтың ебе өҙөлмәһен,

Бер әсәнең беҙ бит йәндәре.

Тирбәлгәнбеҙ бер үк бишектәрҙә.

Бер әсәнең наҙын тойғанбыҙ.

Ғәзиз ҡыҙҙар, ғәзиз улдар булып,

Әсә йөрәгенә һыйғанбыҙ.

Минең шатлыҡ, ҡайғы һәр беренең,

Беләм үтә йөрәк түренән.

Балаларым, татыу тиеп, әсәй,

Һөйөп баҡһын ожмах күгенән.

Төрлө хәлдәр була, туғандарға,

Күңел ҡапҡаларын япмайыҡ.

Беҙҙең йөрәк аша бәйләнгән ул,

Туғанлыҡтың хисен һаҡлайыҡ.

БЕҘҘЕҢ ЙӘШЛЕК

 

Йәшлектәрҙә һин яратҡан күлдәк,
Төҫкәйҙәре күптән уңды бит.
Яңыртырға беҙгә йәшлек хисен
Һуңдыр иркәм инде, һуңдыр бит.


Шул уҡ күлдәк тиһең, оҡшаш ҡына,
Ул күлдәкте күптән туҙҙырҙым.
Ғүмеремдең инде күпме йылын
Бүтән берәү менән уҙҙырҙым.


Йәшлектәге әйтелмәгән һүҙҙе
Килдем тиһең һиңә әйтергә.
Юҡ, кәрәкмәй, беҙҙең йәшлегебеҙ

Булып ҡалһын матур хәтирә.


Иңде-иңгә терәп үткәндәрҙе
Иҫләп булмай, кем һуң яңлышты.
Йәшлегебеҙ матур көйө ҡалһын,
Булмаһын шул күлдәк яҙмышлы.

                  

РОМАШКАЛАР


Ромашкалар гөрләп сәскә ата
Йәмдәр биреп тыуған ҡырҙарға.
Ап-аҡ ромашкалар һөйөү юрай
Мөхәббәтен көткән ҡыҙҙарға.

 

Ҡулдарына гөлләмәләр тотоп,
Һөйгән ҡыҙын егет ҡаршылай.
Саф һәм керһеҙ булһын уртаҡ хистәр
Ромашканың ап-аҡ тажылай.

 

“Яратмай ул!”- тиһә ромашкалар,
Йәшәүҙәрҙән бер үк туймағыҙ.
“Миңә генә яҙған ғәзиз йәрем
Был түгелдер”,- тиеп уйлағыҙ.

 

Гелән һөйә тиһен ине лә ул
Нескә бит ул ҡыҙҙар күңеле.
Йәнең тартҡан йәрҙәр менән генә
Йәшәүҙәре ерҙә күңелле.

ЯҢА ЕЛ ТЕЛӘКЛӘРЕ


Уйный-уйный ап-ак карлар ява,
Жәя жиргә ап-ак келәмен.
Көтәбез без изге яңа елны,
Сихри яңа елның килгәнен

Кунелдә тик булсын якты уйлар,
Тормышка гел ашсын теләкләр,
Бар борчулар калсын иске елда,
Гел шатлыктан типсен йөрәкләр.

Ә ялгызлар тапсын үз ярларын
Бу тылсымлы бәйрәм кичендә.
Яңа елның яхшы теләкләре
Әйләнсеннәр сөю хисенә

Ак бәхетләр теләп ап-ак кышта,
Карлар ява теләп игелек.
Мулдан булсын гаилә табыннары,
Яшәсен һәр йортта иминлек!

 

БЕЗ БИТ БЕРГӘ
(дуэт)

Егет. Иртә таңнан күзем ачсам,
Уемда син.
Күктән төшкән илаһи зат
Минем өчен.
Алларыңда телсез калам
Сине күрсәм
Уйларымда тик син генә,
Көтәм, көтәм..

Кыз. Адымнарым очкан коштай -
Барам сиңа,
Бәхетемнең ачкычларын
Табам синдә.
Адашмамын булган чакта
Куллар кулда.
Киртәләрне бергә җиңик
Барыр юлда.

Кушымта.
Безнең йөрәк бергә тибә -
Без бит бергә.
Ходай безне кавыштырган
Бар гомергә.
Сөю догаларын укып
Яшик бергә.
Бәхет, сөю нурын сибеп Тирә-юньгә.

Кыз. Әгәр сиңа кит дисәм дә,
Син ышанма
Тел әйтсә дә, йөрәк әйтмәс,
Сөю барда
Синсез яшәү яшәү түгел,
Сөям сине.
Киләчәгемнең бәхетен
Күрәм синдә.

Егет. Сукыр кебек адашсам да
Мин аппагым,
Мәхәббәткә тап төшерми
Мин саклармын
Йөрәгемдә сиңа булган
Сөю ята.
Сиңа булган саф хисләрем
Чәчәк ата.