Гөлямал НӘЖМИЕВА

КӨҘ

Тышта  көҙ. Моңһоу  йөрәгем

Наҙҙар көтөп талпына.

Йән генәйем йәйелерҙәй

Әллә йәйҙе һағына?

 

Көҙҙәр әллә иртәләне,

Йыйырсыҡтар йөҙөмдә.

Йылдары сабып уҙһа  ла

Йәшлек дәрте  үҙемдә.

 

Юҡ, елдәргә бирешмәйем ,

Күнел генәм  йәш әле.

Буранлы ҡыштар уҙырҙар,

Яҙҙарҙы  көтәм әле!

 

ДУҪТАРЫМА

 

Дуҫтарыма яҙам был һүҙҙәрҙе,

Һағындым , ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе.

Тормош мәшәҡәттәре бөткөһөҙ,

Бик һирәк күрәм әле һеҙҙе.

 

Бер килегеҙ минем яндарыма,

Һөйләшергә күптер хәбәрҙәр.

Иҫкә алып, йәш хыял йылдарҙы,

Үтер беҙҙең сихри сәғәттәр.

 

Эй, дуҫтарым, һағындым бит һеҙҙе,

Табын түрҙәренә саҡырам.

Һеҙҙең менән күңелемде асһам,

Йәшлегемә ҡайтҡандай булам.