Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА

ТЫУҒАН ЯҒЫМ

 

Күп ерҙәрҙе гиҙеп йөрөнөм,
Гүзәллектәр күреп һоҡландым.
Ләкин булманы һинең кеүек,
Иң яҡыны тыуған ауылым.

Ҡушымта.

Тыуған яғымды һағынғанда,
Уйлайым һине мин, ауылым.
Күңелгә һағыштар тулғанда,
Ҡайтам мин һиңә, бала сағым.

Һағынһам да мин йәшлегемде,
Кире ҡайтмаҫ инде ул осоп.
Барыһы артта ҡалды инде,
Тик яҡты хәтирәләр булып.

Һиҙелмәй ҙә үтте йәшлегем,
Иҫтәлектәр генә ҡалдырып.
Донъяла бар минең теләгем,
Йәшәйек изге эҙ ҡалдырып.

 

ҺӨЙӨҮ ИЛЕНДӘ

Яҙмышыма рәхмәт әйтәм
Һине тапҡанға,
Атай-әсәй,һеҙгә рәхмәт,
Һөйөп баҡҡанға.

Күңелемә тула һөйөү,
Һине күргәндә,
Иң бәхетле беҙ булайыҡ
Һөйөү илендә.

Һинән башҡа йәшәү юҡ бит
Был донъяларҙа.
Пар аҡҡоштай беҙ йөҙәйек
Тормош-даръяла.

Хоҙай үҙе ҡауыштырҙы
Изге айҙарҙа,
Донъям нурлы, күңел моңло
Бергә булғанда.

Күпме быуат көттөм Һине -
Ғүмерем яҙын.
Яҙмышымдың һин бүләге -
Күңелем наҙы.

Һөйөү емештәре булып
Тыуһын балалар,
Һандуғастар беҙгә ҡарап
Хайран ҡалһындар.

Атай-әсәйҙәр,туғандар,
Берҙәм булайыҡ,
Ырыҫ, бәхет донъяһына
Ишек асайыҡ!