Айзилә МУРТАЕВА

ТАУҘАРЫМ

 

Тыуған яғымды һағынһам,

Ҡарайым мин  сиктәргә.

Күренмәҫме тауҙарым тип,

Улар ашҡан  күктәргә.

Йәнем тартылыр  тауҙарым – 

 Оҙонғором, Ҡыраҡа.

Ағайҙарым кеүек улар,

Ағайҙарым – ҡырҡ арҡа.

Тыуған яғымды һағынһам,

Тауҙар инә төшөмә.

Гүйә, улар ҡурсый мине:

“Һылыуыбыҙ, өшөмә!”

Тыуған яғымды һағынһам,

Ҡайтамын осоп ҡына. 

 Атай-әсәй төҫлө  улар – 

Тауҙарым – ышыҡ ҡына!

 

МИН – ТАМСЫ

 

Күгүләндә – көмөш ямғыр 

Тамсыһы.

...Тамсы түгел, йәнем мин бит – 

Танысы!

Тапап үтмә, бер үрелеп

Күҙең һал.

Мең төҫтәрҙә балҡыйым мин,

Хайран ҡал!

Күҙ һалманың, йәнәһе лә,

Тамсымын.

...Тапап үттең бәхетеңдең

Ярсығын...

Өндәшмәйһең.

Өндәшмәйем.

Арабыҙҙа – упҡын.

Арабыҙҙа – бер бушлыҡ та,

Күңелебеҙ  – тып-тын.

Ошо тынлыҡ  арабыҙҙа –

Йән иңрәтер  һағыш.

Һине – минән,  мине – һинән

Алыҫайта яңылыш.

Һин дә шымһың,

Мин дә шыммын,

Арабыҙҙа  –  һалҡын.

Күктәргә ҡарап ялбарам:

Китмә, һөйөү – ялҡын!

Күктәргә ҡарап өндәшәм:

Берәй сара тапсы!

Арабыҙға – усаҡ яғып,

Йәйғор булып ҡалҡсы!