Лилия МИНИЯЗОВА

МИНЕҢ ВАТАНЫМ

Минең Ватаным башлана ниҙән?

Олатайымдың  шанлы данынан,

Мине тыуҙырған әсәм наҙынан,

Атам ултырған түңәрәк түрҙән-

Минең Ватаным башлана өйҙән.

 

Минең Ватаным  башлана ниҙән?

Ысыҡ тамсыһы үпкән сәскәнән,

Еләк – емеше уңған сәхрәнән,

Оло юлғаса һуҙылған эҙҙән-

Минең Ватаным башлана ерҙән.

 

Минең Ватаным  ниҙән башлана?

Ҡурай уйнатып иҫкән елдәрҙән,

Салауат батыр үҫкән ерҙәрҙән,

Башҡорттар төйәк иткән Уралдан-

Минең Ватаным башлана рухтан.

 

Минең Ватаным башлана ниҙән?

Азат халҡымдың тыныс таңынан,

Балалар өйгән бәхет тауынан,

Ғашиҡтар үргән саф мөхәббәттән.

Минең Ватаным тора бәхеттән.

 

ҺӨЙӨҮЕМДӘН ӘЛЕ БИҘМӘНЕМ

 

Үткәндәрҙе ҡуҙғатаһым килмәй,

Ҡуҙғатырға сәбәп тапманым.

Һөйөүемдән һаман  биҙмәһәм дә,

Килер юлдарыңды ҡапланым.

 

Хыялымда һаман йөрөтһәм дә,

Тормошоңдо боҙоп, килмәнем.

Ситтән генә күргәс бәхетеңде,

Арағыҙға барып кермәнем.

 

Мин бәхетле, һин бәхетле булғас,

Йәшәй- йәшәй шуны аңланым.

Үткәндәрҙе ҡабат ҡуҙғатманым,

Һөйөүемдән ситкә атланым.

 

МИН ҠАЛЫРМЫН

Мин ҡалырмын һалҡын ҡыштарыңда,

Керпегеңә  ҡунған ҡар булып.

Йөрәгеңә төшөп иремәгән,

Йылы тындан осҡан  пар булып.

 

Мин йәшәрмен һинең яҙҙарыңда

Умырзая булып аҙ ғына.

Йөрәгеңдә урын тапмағанға

Ҡар сәскәһе йәшәр яҙ ғына.

 

Мин ҡалырмын һинең йәйҙәреңдә

Таңғы ысыҡ булып йәйләрмен.

Томан булып төшөп  иртән генә

Күҙҙереңде һинең бәйләрмен.

 

Мин ҡалырмын һинең көҙҙәреңдә

Һары япраҡ булып өҙөлөп.

Ғүмер көҙөңдә лә аңламаҫһың

Һине яратҡанды өҙөлөп.