ҒӘЗИЗЙӘН ФӘРХЕТДИНОВ

АЙЫРЫЛМАҒЫҘ

 

Юҡҡа тиҙәр, юҡтан тиҙәр,

Юҡтан ғына түгел шул.

Айырылышыу бер сәбәпһеҙ, 

Бер сәбәпһеҙ булмай шул.

 

Һалмағыҙсы йөрәктәргә

Уңалмаҫлыҡ яралар.

Өҙгөләнеп иламаһын

Бер ғәйепһеҙ балалар.

 

Ғәйеп, сәбәп, хаталарҙы, 

Айырылышҡас аңлайҙар.

Беҙ айырылдыҡ, аңламаныҡ,

Айырылмаһын ҡалғандар.

 

Бер- береңде аңлар өсөн

Етә ҡай саҡ ҡараш та.

Айырылышырға теләмәү ҙә

Айырылыуға сәбәптер...

 

АҠ КҮЛДӘК

 

“Йылы тәнеңдә туҙһын”,- тип

Бүләк иттең аҡ күлдәк.

Саф мөхәббәт төҫө итеп

Ҡабул иттем аҡ бүләк.

 

Һаҡлап ҡына булманы шул

Аҡ күлдәктең аҡлығын.

Юғалттыҡ бит һөйөү хисен

Мөхәббәтең сафлығын.

 

Өҫтөмдәге аҡ күлдәгем

Һүтелеп туҙҙы инде.

Дөрләп янған һөйөүебеҙ

Һүрелеп һүнде инде.

 

Ҡушымта.

Аҡ күлдәккәй кер күтәрмәй,

Һаҡлап ҡына кей инде.

Тынысландыр, талпындырма,

Тынғыһыҙ йөрәгемде. 

 

ӘЙ БУЙҘАРЫ АҠ ТОМАН

Иртән генә тороп тышҡа сыҡһам,

Әй буйҡайҙарында аҡ томан.

Аҡ томандай саф хистәрем менән

Килерһең тип һаман мин көтәм.

 

Аҡ томанҡайҙарҙы Әй буйынан

Талғын елдәр наҙлап таратыр.

Кемдәр генә һине ғашиҡ итер?

Кемдәр генә һине яратыр?

 

Әй буйҡайҙарында аҡ томандар

Бары бер саҡ, бер саҡ таралыр.

Һөйөү хисе һалған яралар

Йөрәк яралары уңалыр.

 

Ҡушымта.

Аҡ томандар бер саҡ таралыр,

Таралыр ҙа осоп юғалыр.

Томан түгел, тәүге мөхәббәт

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.