Минира БИКАНАСОВА

ҒҮМЕР


Кеше ғүмере алтынға тиң,
Хоҙай биргән ҙур бүләк!
Тик әжерен бер нисек тә
Ҡайтарып булмай түләп.

 

Кеше ғүмере үтә ҡыҫҡа
Сәскә атҡан гөл һымаҡ,
Йә булмаһа, усаҡтағы
Янып-һүнәр бер сыраҡ.

 

Кеше ғүмере-үҙе тарих
Асып-ябылған китап,
Ғәмәл дәфтәреңде барлап
Килер ҙә етер Хисап...

БАЛАМДЫҢ БАЛАҺЫ

Балаңдың балаһы, тиҙәр
Балдан татлы,
Уйҙарым да улар өсөн
Ҡатлы-ҡатлы.
"Үҫһен наҙлы атай-әсәй
Ҡуйынында,
Өйрәнһендәр үткәрергә
Ҡыйынын да.
Һаулыҡтарын насип итһен
Эй, Хоҙайым!
Балаларым хаҡтарына
Мин һорайым!
Иҫән-имен генә барһын
Ғүмер юлы,
Аралаһын яманлыҡтан
Яҙмыш ҡулы,
Булмаһындар ҡомһоҙлоҡ һәм
Нәфсе ҡоло,
Урын тапһын күңелендә
Кесе,оло.
Бала бәхете насип итһен
Үҙҙәренә,
Менһен шатлыҡ-ҡыуаныстың
Үрҙәренә!"

КҮҢЕЛ 


Үҙәндәрҙе күрҙегеҙме,
Йылға буйҙарын?
Ярһып ташҡан ағымһыуҙай
Ҡай саҡ уйҙарым.
Киҫәк-киҫәк боҙ ярсығы -
Кителгән күңел,
Ағып китһен, яраларым
Мәңгелек түгел.
Ҡар һыуҙарына әйләнгән
Һалған эҙҙәрем,
Бераҙ ғына моңһоуландым
Йәлләп үҙҙәрен...
Бөрө уянып донъяны
Сәскәгә күмер,
Миҙгелдәрҙе алмаштырып
Үтәлер ғүмер.
Наҙлы елдәр болоттарҙы
Таратыр, ҡыуыр,
Яңы яҙҙа-яңы йырҙар
Күңелдә тыуыр.