Флорис ҒАЙСИН

САЛАУАТ ЙЫРЫ

 

Төштәремә йыш керәһең,

Йәшлегемде байҡайым;

Иҫтәремә төшөр әле,

Еҙ ҡурайым тартайым.

Ҡушымта.

Еҙ ҡурайҡай, әйтсе миңә,

Ҡайҙа минең Йәмиләм?

Еҙ ҡурайҡай, һөйлә әле,

Нишләй икән бер генәм.

 

Йәмиләкәй, юлдарыңа,

Күҙ йәштәрең түгелмәҫ;

Һин үҫтергән гөлдәреңә

Сит-яттар бит үрелмәҫ.

 

Өҙөлөп тә һағындым шул

Тыуған илем яҡтарын.

Йүгереп тә ҡайтыр инем –

Бығаулы аяҡтарым.

 

Шыуышып та ҡайтыр инем –

Йыраҡ шул араларым;

Тура баҫып атлар инем –

Уңалмай яраларым.

 

ИЛҺАМЛАНЫП ЙЫРЛАЙБЫҘ

 

Әсе-сөсөһөн донъяның

Башыбыҙҙан уҙғарҙыҡ.

Күңелебеҙ ташып торһа,

Илһамланып йырланыҡ.

Ҡушымта.

Их, йырлайбыҙ сәхнәләрҙә

Йөрәктәрҙе яндырып;

Дуҫтар менән бергәләшеп,

Бар таңдарын ҡалдырып.

Илһамланып, дуҫтар, һеҙгә

Йәшәү дәрте һибәбеҙ;

Сәхнәләрҙә йыр-моң аша

Илһам көсөн бирәбеҙ.

 

Юҡҡа ғына, “илһамлылар”, –

Тамашасы тимәйҙер; 

“Илһам” тигән исемде лә

Бушҡа ғына бирмәйҙер.

 

Шундай моңло башҡорт көйө

Үҙәктәргә үтә бит.

Илһамдарҙың моңло йыры

Барын әсир итә бит.