Фирүзә АБДУЛЛИНА

ҺИН ЯНЫМДА САҠТА

 

Һин янымда саҡта ҡыш йылыраҡ,

Ҡояшлыраҡ, еләклерәк йәйем,

Яҙым ярһыуыраҡ, ә көҙҙәрем

Сағыуыраҡ – шулай тоя йәнем.

 

Һинең менән ҡайғыларым кәмей,

Шатлыҡтарым бары арта ғына,

Иң бәхетле тоям мин үҙемде,

Өмөт итмәһәм дә артығына.

 

Һинең менән мин көслөрәк кеүек,

Бөтә нәмә килә минең ҡулдан!

Донъя матур һинең янда ғына,

Туҡылғандай мөхәббәттән, нурҙан,

Бәхет яуған төҫлө уңдан, һулдан...

 

ӘЛДӘ ҺӨЙӨҮ БАР ӘЛЕ!

 

Ғашиҡ булыу – гүйә, утлы

Күмер өҫтөндә бейеү,

Ни ҡыҙығы бар йәшлектең,

Әгәр булмаһа һөйөү?

 

Яратыу – ул һөйгәнеңдең

Эҙҙәренә баш эйеү,

Донъяның ни матурлығы

Әгәр булмаһа һөйөү?

 

Мөхәббәт – ул ғүмер буйы

Яҡының өсөн көйөү,

Йәшәүҙең ни мәғәнәһе

Әгәр булмаһа һөйөү?

 

Йөрәктәге хистәремә

Һаман урын тар әле,

Бәхет биргән, ҡанат ҡуйған

Әлдә һөйөү бар әле!

 

ЮЛДАРЫМ

 

Юлдарым китә алыҫҡа,

Йырағая аралар.

Ҡайҙа китһә лә юлдарым

Һиңә алып баралар.

 

Айырған юл ҡауыштыра,

Йәш күңел сабыр икән.

Һиңә тиҙерәк илтер өсөн

Поезым саба микән?

 

Саң-туҙандарҙы туҙҙырып,

Юлдарҙы урай-урай,

Көндәр, айҙар аша барам

Мөхәббәтемә ҡарай…