Равшан ХАЖИӘХМӘТОВ

ҒҮМЕР – ЙЫЛҒЫР АЙҒЫР

Ғүмер тигән йылғыр айғыр
Уҙып бара юртаҡлап.
Ауыҙлыҡлап булмай уны,
Булмай уны тышаулап.

Туҡтамаһын, ғүмер атым,
Юртаҡлап сапһын әйҙә!
Абына ғына күрмәһен,
Йәмле сәскәле “йәйҙә”.

Ғүмер тигән йылғыр айғыр,
Теләмәй баш эйергә.
Мөмкин түгел сапҡан атҡа,
Ауыҙлыҡ кейҙерергә.

Сабып барған ғүмер атын,
Алһам әгәр йүгәнләп.
Йәшлегемә ҡайтар инем
Шул айғырҙы эйәрләп!

 

ӨЛӘСӘЙГӘ


Ойоҡбаштар бәйләй миңә,
Бәйләй йылы бейәләй.
Өйөбөҙҙөң йәме булып,
Беҙҙә өләсәй йәшәй.

Тыныс йоҡо теләп миңә,
Һәр кис әкиәт һөйләй.
Әкиәттән ойоп китһәм,
Бишек йырҙарын көйләй.

Өйөбөҙҙөң нуры булып,
Мең йәшә һин, өләсәй.
Һин булғанда яныбыҙҙа,
Атай-әсәй шат йәшәй.

Ғүмер кеүек бәйләмеңдең,
Йомғаҡтары тәгәрәй.
Өләсәйле өйҙә генә.
Оноҡтар татыу йәшәй.

Өйөбөҙҙөң йәме булып
Беҙҙә өләсәй йәшәй.
Өләсәй бит өйрәткән,
Мине баҫырға "тәпәй"!

Өләсәйем- өләсәй,
Бар микән башҡа һиндәй!?
Һинең биргән һабаҡтарың,
Беҙҙе яҡшыға өндәй.

 

ТҮҘ ҺИН ИЛАМАЙ


Киткән юлыңа күҙҙәрем ҡарай,
Ташлап киттең һин бер ни аңлатмай.
“Онот!” – тинең дә, киттең хушлашмай,
Минең һөйөүҙе һис тә аңламай.

Киткән юлыңдан көтәм күҙ алмай,
Бәлки ҡайтырһың һин дә түҙә алмай.
Мөхәббәт менән кеше шаярмай,
Һөйөү мәңгелек, һөйөү юғалмай.

Йәштәрем тама бер ҙә туҡтамай,
Күҙҙәрем көтә, улар йоҡламай.
Минең һөйөүҙе киттең аңламай,
Булдыра алһаң, түҙ һин иламай.